

“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионаты финалы Өфө ҡалаһында 25 август башланасаҡ. Сараның баш ҡалабыҙҙың иң күркәм урындарының береһе “Торатау” конгресс-холы янындағы “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа асылыуы көтөлә. Уның илебеҙҙә Фән һәм технологиялар йылына тура килеүе икеләтә отошло.
Милли беренселектә юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студенттары (16 – 25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай-ҡыҙҙар) ҡатнаша.
Мәртәбәле бәйгелә йәштәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынашасаҡ. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлештәре.
Ғөмүмән, йәш һөнәрмәндәр бәйгеһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән вәкилдәр бар, яҡынса 1800 конкурсант көс һынашасаҡ, шул иҫәптән 600 үҫмер. Бынан тыш, беҙгә 2000 тирәһе эксперт киләсәк. 30 меңдән ашыу тамашасы сараны күҙәтер тип көтөлә, 6000-гә яҡын мәктәп уҡыусыһына һөнәри йүнәлеш майҙанына инеү хоҡуғы бирелгән.
Башҡортостан йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән 280 конкурсант һәм 218 эксперт. Яҡташтарыбыҙ 103 компетенцияла үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ.
Төп ярыштар майҙансығы Йәш һөнәрмәндәр паркында (Өфө ҡалаһы, Рубеж урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан) ойоштороласаҡ.
Финал ярыштарының эшлекле программаһы “Торатау” конгресс-холында өс көн (26, 27 һәм 28 август) һуҙымында барасаҡ. Тематик сессия сиктәрендә эксперттарҙың мәғариф тармағында ҡырҡыу мәсьәләләр тураһында фекер алышыуы күҙ уңында тотола. Сараның пленар өлөшөндә (“Ил кимәлендә WorldSkills йоғонтоһо: чемпионатта ҡатнашҡандан алып милли проектты тормошҡа ашырғанға хәтлем”) йәш һөнәрмәндәр хәрәкәтенең һуңғы туғыҙ йылдағы ҡаҙаныштары хаҡында һүҙ барасаҡ.
Милли чемпионат 29 август ябыласаҡ.
Фото: poisktv.ru