

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалында ҡатнашасаҡ төбәк йыйылма командаһы менән осрашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, унда Башҡортостан данын 280 кеше яҡлаясаҡ, улар 102 компетенцияла көс һынашасаҡ.
Радий Хәбиров осрашыуҙа ҡатнашҡан буласаҡ һөнәрмәндәргә үҙе һайлаған һөнәр тураһында һөйләне. Радий Фәрит улы был һөнәрҙе студент сағында студенттар отрядында эшләгәндә алған.
“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы Өфө ҡалаһында 25–29 август көндәрендә үтәсәк.
Фото: Радий Хәбиров.