

“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы Өфө ҡалаһында 25–29 август көндәрендә үтәсәк.
Был сара сиктәрендә тәүге тапҡыр “Һаҡсыл етештереү” компетенцияһы буйынса ярыштар буласаҡ. Ошондай яңылыҡ менән Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов бүлеште.
– Һаҡсыл етештереү ҡоралдары менән оҫта эш иткән һәм уларҙы ҡулланыуҙа тәжрибәләре булған белгестәр бөгөн айырыуса ихтыяж менән файҙалана, – тине Айрат Фәхретдинов. – Мәғариф ойошмалары яңы һөнәрҙәр буйынса урындар аса, улар эш һөҙөмтәлелеген арттыра, был – киләсәккә юл ярыусы белем.
Иҡтисад һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса федераль кимәлдә мәсьәләләрҙе сисеү “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла. Предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ғәмәлгә индереү һәм үҫтереү буйынса эксперт адреслы ярҙамды Башҡортостан эш етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенция үҙәге – республика үҫеш институты күрһәтә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.