

“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионаты финалы башланыуға ни бары бер көн ҡалды. Милли беренселек Өфөлә 25 августа тантаналы шарттарҙа асыласаҡ.
Сараның эшлекле программаһы “Торатау” конгресс-холында 26 – 28 август көндәрендә үтәсәк. Эшлекле программа нигеҙендә конкурсанттар ете блокка бүленгән 105 профессиональ компетенцияла үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
Әйткәндәй, милли чемпионат йыл һайын “Йәш һөнәрмәндәр” һәм “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла.
Фото: ardexpert.ru