

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дөйөм мәғариф өлкәһендәге бурыстарына арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.
Семинар илдең Дәүләт Советы менән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мөғариф буйынса советтың берлектәге ултырышы алдынан үтә. Унда семинарҙа ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәре лә тикшереләсәк.
Мәғариф өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибә Дәүләт Советының йомғаҡлау докладына индерелде. Улар араһында – хосуси балалар баҡсаларына Башҡортостандың өс меңгә яҡын ғаиләһе файҙаланып та өлгөргән сертификаттар, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамалағы дүрт полилингваль күп профилле мәктәп, һәләтле балаларҙы аысҡлау, ярҙам итеү, үҫтереү буйынса “Аврора” төбәк үҙәге, ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар өсөн 600 мең һум күләмендәге төбәк етәксеһе гранты.
“Бөгөн Мәскәүҙә мәғарифтың иң яҡшы миҫалдарын тикшерәбеҙ, яңы идеялар менән ҡайтасаҡмын”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru.