

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Профессиональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығының (WorldSkills Russia) генераль директоры Роберт Уразов ҡатнашты.
Тантана ваҡытында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова ярышта ҡатнашыусыларҙы видеояҙма аша ҡотланы.
– Бөгөн, ауыр пандемияның аҙағында, һәр беребеҙ профессиональ оҫталыҡтың кәрәклеген һәм мөһимлеген аңланы, – тине вице-премьер. – Юғары класлы белгестәр һәр саҡ кәрәк буласаҡ. Йәштәр күберәк заман талаптарына яуап биргән яңы форматтағы профессиональ белемде һайлай. Һүҙ ҙә юҡ, уның үҫеш катализаторы – WorldSkills Russia.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, милли чемпионаттың үтеүе оло әһәмиәткә эйә. Ул – эшсе һөнәрҙәрҙең һәм профессиональ белемдең абруйын арттырыу. Бөтә Рәсәйҙән ысын оҫталарҙың Өфөгә килеүе – ҙур мәртәбә.
– Ниһайәт, милли чемпионатты ошондай форматта үткәрәбеҙ, – тине Роберт Уразов. – Бер-беребеҙ менән аралашыу, фекер алышыу – ниндәй бәхет! Өфө - шул тиклем таҙа һәм күркәм ҡала! Бында ихлас һәм алсаҡ кешеләр йәшәй. Алға, WorldSkills!
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.