

24 августа "iВолга" Волга буйы федераль округының төп форумы үҙ эшен тамамланы. Уны ябыу тантанаһы, форумдың белем биреү программаһы кеүек үк, онлайн-форматта үтте.
Волга буйы федераль округында Граждандар йәмғиәте институтын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының гранттар конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан алты проект грант отто. Уларҙың дөйөм суммаһы – 1115000 һум.
"Ҡатнашҡандарҙың бөтәһе менән дә беҙҙең Йәштәр проект офисы командаһы эшләне. Проектты биҙәү, йөкмәткеһе һәм презентация буйынса консультациялар бирҙек", – тине республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук.
Форум ябылғас, дәүләт комитеты бинаһында форум резиденттары менән осрашыу булды, унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов еңеүселәрҙе тәбрикләне.
"Грант алыуымды белгәс, башымда бер генә уй булды: “Ура, беҙ проектыбыҙҙы артабан да үҫтерә аласаҡбыҙ!” Шуға күрә "iВолга" минең өсөн тәү сиратта - проекттар һәм белем биреү программаһы аша һәләттәреңде үҫтереү мөмкинлеге. Онлайн-форум бик бай программалы булды. Ҙур түҙемһеҙлек менән киләһе йылдағы офлайн-осрашыуҙы көтәм", – тине грант конкурсы еңеүсеһе Камилла Чувашева.
Форумда Камилла нефть бысраҡтарынан ландшафты тергеҙеү ысулдарын өйрәнеүгә арналған проект тәҡдим иткән һәм 115000 һумлыҡ грант отҡан.
Форумда Башҡортостандан 1300 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙың 300-ө белем биреү программаһында резидент сифатында ҡатнашҡан. Йыйында һигеҙ йүнәлеш тәҡдим ителгән: “Фән һәм технологиялар”, “Добролайф”, “Йәшәү урыны”, “Минең бизнес”, “Студенттар лидерҙары”, “Үҙгәрештәр лидерҙары”, "Дәүләт йәштәр сәйәсәте” һәм “Балалар “iВолга”һы". Унда ҡатнашыусылар заманса бизнес, социаль сәйәсәт, технологиялар, белем биреү мәсьәләләрен тикшерә.
Әйткәндәй, “Дәүләт йәштәр сәйәсәте” һәм “Балалар “iВолга”һы” сменалары форумда тәүге тапҡыр булды.
Фото: республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.