Белем һәм тәрбиә
25 Август 2021, 08:15

Бөгөн Өфөлә милли чемпионаттың финалы башлана

Сара 26-28 августа “Торатау” конгресс-холында үтә.

Бөгөн Өфөлә милли чемпионаттың финалы башланаБөгөн Өфөлә милли чемпионаттың финалы башлана
Бөгөн Өфөлә милли чемпионаттың финалы башлана

Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионаты финалы башлана. Төп ярыш майҙансығы – Өфөнөң Рубеж урамындағы “Йәш һөнәрмәндәр” паркы. Ә чемпионаттың эшлекле программаһы 26-28 августа “Торатау” конгресс-холында үтә.

Дөйөм алғанда, баш ҡалабыҙға 1800 конкурсант килде, өстән бер өлөшө – үҫмерҙәр. Шул уҡ ваҡытта 2000 тирәһе эксперт бар. “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионаты финалына Рәсәйҙең 76 төбәгенән командаларҙы ҡабул иттек. Башҡортостандан иһә 498 кеше ҡатнаша, шуның 280-е – конкурсант һәм 218-е – эксперт. Республикабыҙҙың ҡыҙ һәм егеттәре ярыштарҙа 103 компетенция буйынса көс һынаша.

Әйткәндәй, теләгән һәр кем try-a-skill (был һөнәрҙә үҙеңде һына) форматында көсөн һынап ҡарай ала. Парк биләмәһендә балалар зонаһы бар, унда оҫталар төрлө йәштәге балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итәсәк. Өфөләр һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары 26, 27, 28 августа “Йәш һөнәрмәндәр” паркына килеп, милли чемпионатты ҡарау мөмкинлегенә эйә.

“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионаты финалы – Рәсәйҙә иң күләмле сараларҙың береһе. Унда юғары уҡыу йорттары, һөнәри белем биреү учреждениеларының 16–25 йәшлек студенттары, 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша.

Фото: ardexpert.ru

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас