

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, мәктәптәрҙә һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәктәре асыла.
Яңы уҡыу йылынан "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты нигеҙендә Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асыла. Майҙансыҡтар уҡыу һәм проект эшмәкәрлегенә ҡулайлаштырып, юғары технологиялы, заманса белем биреү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Уҡыусылар 3D-принтерҙарын, компьютер программаларын үҙләштерә, квадрокоптерҙар менән идара итә, фотокамераларҙы файҙаланырға өйрәнә, шахмат серҙәренә төшөнә, медиа продукциялар булдыра.
"Яңы уҡыу йылынан уҡыусылар физика, химия, биология фәндәре буйынса яңы заманса ҡоролмаларҙы ҡулланып, төрлө тәжрибәләр үткәрә аласаҡ", - ти уҡыу йорто директоры Татьяна Кузнецова.
Әйткәндәй, 5-се мәктәпкә яңы уҡыу йылына өр-яңы автобус та бирелгән.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ һәм фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/139875