Белем һәм тәрбиә
25 Август 2021, 14:45

Депутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә

Рима Баталова үҙе уҡыған белем усағында булды.

Депутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерәДепутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә
Депутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә

Әле республикала 2021/2022 яңы уҡыу йылына белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү бара. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яңы мәктәп” проекты сиктәрендә депутаттар ҙа рейдтарҙа ҡатнаша.  

VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова һуҡырҙар һәм насар күргәндәр өсөн 28-се Өфө коррекция мәктәп-интернатында булды. Ул бина торошо, кабинеттарҙың йыһазландырылышы һәм аҙыҡ-түлек блогы әҙерлеге менән танышты.

Рима Баталова белдереүенсә, был мәктәп уның өсөн яҡын. “Мин бында алтынсы кластан уҡыным. Шуға ла был сараға айырыуса тулҡынланыу менән ҡараным һәм бөтә нимәне лә ентекле тикшерҙем”, – тине ул.

– Мәктәп яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер тип ышаныслы әйтә алам. Белем биреү учреждениеһы хакимиәте, уҡытыусылар үҙҙәре кабинеттарҙы ипкә килтергән, 1 сентябрҙә тулы әҙерлек менән балаларҙы көтә. Спорт залын ремонтлау, коридор иҙәненең япмаһын алмаштырыу мәсьәләләре контролгә алынды. Коллективты вакцинациялау һорауы ла күтәрелде. Әле прививка эшләтмәгән бер нисә хеҙмәткәр ҡалған, шул иҫәптән медицина сикләүе булғандар ҙа бар. Уларға вакцинаны урынға килеп эшләйәсәктәр, – тине Рима Баталова.

28-се Өфө коррекция мәктәбе директоры Лилиә Әмәкәсева учреждениела 193 уҡыусы белем алыуы, быйыл беренсе класҡа 24 бала киләсәге тураһында һөйләне. “Кабинеттарҙа косметик ремонт эшләнде, китапхана фонды яңы уҡыу әсбаптары менән тулыланды. Китапхананы тулыландырыу буйынса ҙур эш атҡарылды, эре баҫма шрифты булған китаптар алдыҡ”, – тине ул.      

Фото: рәсми сығанаҡтан.

Депутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә
Депутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә
Депутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә
Депутаттар мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас