

Өфөлә ойошторолған Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалына ныҡлы әҙерлек алып барылды. Тиҙҙән, бер нисә сәғәттән, мөһим сараны асыу тантанаһы була. Өфө әҙгә генә тынып ҡалды.
Әҙерлек эштәре “Торатау” конгресс-холының бөтә майҙансыҡтарында ла, “Ватан” паркында, “Йәш һөнәрмәндәр” паркында киң йәйелдерелде. Айырым алғанда, “Йәш һөнәрмәндәр” паркында профессиональ йүнәлеш буйынса 40 интерактив майҙансыҡ урынлаштырылды. "Ошо һөнәрҙә үҙеңде һынап ҡара" тигән урын 5-9 класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән. 25 компетенцияны берләштергән һәм try-a-skill форматында ойошторолған был майҙансыҡта 50-ләп эксперт эшләйәсәк, уҡыу йорттарының күргәҙмә зонаһы бар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу өсөн урындар бүленгән.
Милли беренселекте ойоштороусылар сараға етди әҙерләнә, шул уҡ ваҡытта унда ҡатнашыусылар беҙгә килеүен дауам итә. Ирекмәндәр ҡунаҡтарҙы һәм чемпионат финалында ҡатнашыусыларҙы "Өфө" халыҡ-ара аэропортында, "Өфө" тимер юл вокзалында һәм “Йәш һөнәрмәндәр” паркында ҡаршы ала.
Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы бөгөн киске сәғәт 8-ҙә башлана, 29 августа, йәкшәмбе көндө, тамамлана.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.