Белем һәм тәрбиә
25 Август 2021, 15:00

Өфөлә милли чемпионат финалы асылды

Сараны асыу тантанаһының хедлайнеры – билдәле Рәсәй йырсыһы Егор Крид.

Өфөлә милли чемпионат финалы асылдыӨфөлә милли чемпионат финалы асылды
Өфөлә милли чемпионат финалы асылды

Оҙаҡ көткән IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы Өфө ҡалаһының иң күркәм урындарының береһе – “Торатау” конгресс-холы янындағы “Ватан” паркында  тантаналы шарттарҙа асылды. Был милли беренселек күптән инде Рәсәйҙә иң күләмле ярыштарҙың һәм иң сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Уның илебеҙҙә Фән һәм технологиялар йылына тура килеүе икеләтә отошло.

Милли чемпионатты асыу тантанаһының хедлайнеры – билдәле Рәсәй йырсыһы Егор Крид. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Рәсәй кимәлендәге мөһим ваҡиғалар солғанышына тулыһынса күмелде. Алға китеп шуны еткерәйек: был чемпионат республикабыҙҙың һәр йәһәттән үҫешенә көслө этәргес булыр тип ышанайыҡ. Ярыштарҙа юғары уҡыу йорттары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары (16–25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша.

Иртәгә башланасаҡ мәртәбәле бәйгелә ҡыҙҙар һәм егеттәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынашасаҡ. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, мәғариф йүнәлештәре.

Ғөмүмән, йәш һөнәрмәндәр бәйгеһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән вәкилдәр бар, 1800 тирәһе конкурсант көс һынаша, шул иҫәптән 600 үҫмер. Бынан тыш, беҙгә 2000 тирәһе эксперт килде. 30 меңдән ашыу тамашасы уны күҙәтер тип көтөлә, 6000-гә яҡын мәктәп уҡыусыһына һөнәри йүнәлеш майҙанына инеү хоҡуғы бирелде.

Башҡортостан йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән 280 конкурсант һәм 218 эксперт. Яҡташтарыбыҙ 103 компетенцияла үҙҙәрен һынап ҡарай.

Төп ярыштар майҙансығы Йәш һөнәрмәндәр паркында (Өфө ҡалаһы, Рубеж урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан) ойошторолған. Финал ярыштарының эшлекле программаһы “Торатау” конгресс-холында өс көн (26, 27 һәм 28 август) һуҙымында бара.

 IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы 29 августа тамамлана.

 

Фото: asi.ru.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас