

Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы башланыр алдынан хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Вагондар ремонтлау заводы” акционерҙар йәмғиәте араһында төҙөлдө. Мөһим документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм “Вагондар ремонтлау заводы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Самоукин ҡул ҡуйҙы. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек тураһында "Өфө" халыҡ-ара аэропорты етәкселеге менән дә һөйләшеүҙәр алып барылды.
– Айырыуса Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы алдынан мөһим документҡа ҡул ҡуйыу – ҙур яуаплылыҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Белем эстәүҙәр һәм стажировкалар иҡтисадыбыҙҙы профессиональ кадрҙар менән тәьмин итеүгә ныҡ булышлыҡ итә. Ошо милли беренселек үтеү арҡылы ярышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең компетенцияһын күтәрә, ә был үҙ сиратында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра.
Шул иғтибарға лайыҡ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланған.
Фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.