Белем һәм тәрбиә
25 Август 2021, 17:45

Һөнәр һайлағанда дөрөҫ аңлатайыҡ

Һүҙҙе күп һөйләйбеҙ, әммә йәш кешегә матур һәм дөрөҫ итеп аңлата белмәйбеҙ.

Һөнәр һайлағанда дөрөҫ аңлатайыҡҺөнәр һайлағанда дөрөҫ аңлатайыҡ
Һөнәр һайлағанда дөрөҫ аңлатайыҡ

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы ҡатнашыусылары “әҙ һөйлә, күп эшлә” тигән принципҡа тоғро. Асылда мәктәп уҡыусыларына “ҙур үҫкәс, кем булырға теләйһең?” йәки “уҡыуҙы тамамлағас, ҡайһы уҡыу йортона инәһең?” тип ҡат-ҡат тыҡып тороуҙан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Һөнәр һайлағанда дөрөҫ йүнәлеш биреү зарур. Һүҙҙ күп һөйләйбеҙ, әммә йәш кешегә матур һәм дөрөҫ итеп аңлата белмәйбеҙ.

Әгәр ҙә инде улыбыҙға иретеп йәбештереү аппараты тураһында, бөгөн иретеп йәбештереүселәрҙең күпме эш хаҡы алыуы хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләһәң, уның күҙҙәрендә осҡондар балҡыуын күреү ҡыйын түгел. Унан инде уға станок артына баҫырға ла оҙаҡ ҡалмай. Ул ниндәй ҙә булһа тимерҙе ошо серле аппарат ярҙамында йәбештереп ҡарай һәм ошо һөнәргә ҡыҙыҡһыныуы арта ғына.

Ә инде берәй ҡыҙ сәс киҫтереү тураһында хыялланып, уны тиҙ генә тормошҡа ашырһа, был да яҡшы. Хәҙер бит төрлө һөнәрҙәрҙе YouTube каналы аша ла өйрәнергә мөмкин. Ә инде ошондай йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге ише ярыштар йәштәр өсөн икеләтә файҙалы.

Йәш һөнәрмәндәрҙең чемпионаты 29 августа тамамлана.

Фото: Башинформ.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас