

Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы тураһында блогер Рәйес Ғәбитовтың үҙ фекере бар.
– Йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге финалының тап минең тыуған ҡаламда ойошторолоуына сикһеҙ шатмын, – тип һөйләй блогер Рәйес Ғәбитов. – Улай ғына ла түгел, бәрәкәтле Башҡортостан ерендә Рәсәй төбәктәренән ҡунаҡтарҙы күреүемә ныҡ шатмын. Был тормошта шәхсән үҙем нимә менән генә шөғөлләнмәнем! Һөнәрем буйынса мин физик-электронсы. Эш урынымда булһынмы, бүтән ерҙәме, үҙ һөнәрен яратҡандарҙы һәр саҡ осраттым, ундайҙар менән аралашыуы, бергә эшләүе шул хәтлем рәхәт. Ысынлап та, үҙ эшеңдең оҫтаһы булып танылыу өсөн күп ваҡыт кәрәк, әҙ тир түгелмәй.
Рәйес Ғәбитов ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡайнар сәләмдәрен еткерә, һәр береһенә уңыштар теләй.
Фото: eduportal44.ru.