Белем һәм тәрбиә
25 Август 2021, 11:30

Сара үтә – файҙаһы ҡала

Сарала илдең төрлө төбәктәренән юғары уҡыу йорттары студенттары ла, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша.

Сара үтә – файҙаһы ҡалаСара үтә – файҙаһы ҡала
Сара үтә – файҙаһы ҡала

Рәсәйҙәге иң күләмле һәм иң сағыу сараларҙың береһенә әйләнгән Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы бөгөн, йәғни 25 августа, Өфөлә асыла. Сарала юғары уҡыу йорттары студенттары ла, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша.

Һүҙ ҙә юҡ, йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге финалын Өфөлә үткәреүҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Билдәле булыуынса, ярыштар үтәсәк майҙансыҡтарға әллә күпме ҡорамал урынлаштырылған, уларҙың барыһы өсөн дә федераль ҡаҙнанан түләнгән. Милли беренселек финалы үткәндән һуң ошо ҡорамалдарҙың барыһы ла республикабыҙҙың уҡыу йорттарына таратып биреләсәк.

Юғары технологиялы заманса техниканың хаҡы йөҙҙәрсә миллион һумдар менән иҫәпләнә. Һыуыҡлай иретеп йәбештереү ҡорамалдары, кухня өсөн кәрәк-яраҡ, теген машиналары, электрокардиографтар һәм башҡа әйберҙәр – шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш, беҙгә класс тренажерҙары ла ҡаласаҡ. Мәҫәлән, ауырыу кешегә йәки бесәйгә (уларҙың икеһе лә – макет) операция эшләү өсөн төрлө кәрәк-яраҡ медицина йүнәлешендәге белем усаҡтарына биреләсәк.

Ярыштың маҡсаты – профессиональ компетенцияларҙы арттырыу, юғары квалификациялы кадрҙарҙың абруйын күтәреү.

 

Фото: fishki.net

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас