Белем һәм тәрбиә
25 Август 2021, 08:30

Станоктар колледжда ҡала

"WorldSkills Russia" финалының баш ҡалабыҙҙа ойошторолоуы һәр йәһәттән дә отошло.

Станоктар колледжда ҡалаСтаноктар колледжда ҡала
Станоктар колледжда ҡала

Бөгөн Өфө ҡалаһында Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы башлана. Беҙгә билдәле булыуынса, милли беренселек финалының баш ҡалабыҙҙа ойошторолоуы һәр йәһәттән дә отошло. Төрлө заводтарға йәш кадрҙарҙы эшкә йәлеп итеү һәм төрлө өлкәлә уларҙың компетенцияһын күтәреү мөмкинлеге асыла, улай ғына ла түгел, Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә был сараның йоғонтоһо ныҡ көслө буласаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы башланыр алдынан Республикаға идара итеү үҙәгендә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына интервью биргәндә былай тине:

– Иң мөһиме – йәш кадрҙарҙың сифатын күтәреү. Милли беренселек финалы мәғарифҡа булған иҫке ҡарашты ыңғай яҡҡа үҙгәртә.

Андрей Назаровтың билдәләүенсә, белем эстәү, стажировка үтеү, төрлө кимәлдәге ярыштар юғары әҙерлекле оҫталар менән йәш кадрҙар тәңгәлендә иҡтисадты тулыландырырға, бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡты юҡ итергә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә тейеш. Милли чемпионат финалынан һуң йәш кадрҙар мәсьәләһе тәңгәлендә ыңғай күренеште киләһе йылдарҙа тоясаҡбыҙ.

Премьер-министр үҙенең тәүге һөнәр алыуы тураһында ла һөйләне. Андрей Геннадьевич йөк машиналарын ремонтлау буйынса слесарь һөнәрен алған, тәүге сынығыуҙы “БелАЗ” машинаһын ремонтлауҙа үткән.

Милли чемпионаттан һуң биш мең тирәһе станок белем усаҡтарының оҫтаханаларында тороп ҡаласаҡ.

 

Фото: Башинформ.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас