Белем һәм тәрбиә
26 Августа 2021, 12:00

Ейәнсуралар һәр саҡ әүҙем

Улар йыш ҡына күрше Ырымбур өлкәһендәге башҡорт ауылдарында оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, милли-мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.

Ейәнсуралар һәр саҡ әүҙемЕйәнсуралар һәр саҡ әүҙем
Ейәнсуралар һәр саҡ әүҙем

Былтырҙан башлап Ейәнсура районы хакимиәте тик “яҡшы” билдәләренә генә өлгәшеүсе, олимпиадаларҙа призлы урындар яулаусы әүҙем, булдыҡлы биш уҡыусыға 10-ар мең һум күләмендә премия тапшыра. Бынан тыш, уҡыу алдынғылары өсөн үҙенсәлекле саралар ҙа ойоштороп торалар, мәҫәлән, уларҙы республика буйлап сәйәхәткә алып сығалар.

Район педагогтарының сираттағы август кәңәшмәһендә яңы уҡыу йылына бурыстар барланды. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов әйтеүенсә, төп бурыс - уҡытыу сифатын күтәреү һәм өҫтәмә белем биреүгә иғтибар йүнәлтеү. "Яңы уҡыу йылына барлыҡ мәктәптәр ҙә әҙер. Барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, сифатлы уҡытыу процесын ойоштороу мөһим. Өҫтәмә белем биреүгә быйыл айырыуса етди иғтибар бүленәсәк", - тип белдерҙе Дәмин Юланов.

Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйлә Иҙелбаева Ейәнсура районы мәктәптәре уҡыусыларының йыл да төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Уның фекеренсә, башҡорт теле уҡытыусыларының тәжрибәһе айырыуса иғтибарға лайыҡ. "Башҡорт теле буйынса бәйгеләрҙә беҙҙең район һәр саҡ алдынғы урындарҙа. Педагогтарҙың талантлы балаларҙы асыҡлау, уларҙың һәләтен үҫтереү буйынса эшмәкәрлеген өйрәнеп, методиканы башҡа фәндәр буйынса ҡулланыу мөһим",  –  тип иҫәпләй Рәйлә Иҙелбаева.

Туған телдәрҙе, диалекттарҙы, тыуған яҡты өйрәнеүҙең әһәмиәте, ҡоролтай проекттары хаҡында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Гүзәл Хәсәнова ла һөйләне. Педагогтар “Лингводок” проектында ҡатнашырға әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Бынан тыш, уҡыусылар менән лингвистик экспедиция ойоштороу тәҡдиме лә хуплау тапты.

Ғөмүмән, Ейәнсура районы ҡоролтай проекттарында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға индергән өлөшө хуплауға лайыҡ. Район йыш ҡына күрше Ырымбур өлкәһендәге башҡорт ауылдарында оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

 

Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас