Белем һәм тәрбиә
26 Август 2021, 18:40

Килешеү уңышлы киләсәк вәғәҙә итә

IX “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты  финалының эшлекле программаһы сиктәрендә  “Һөнәри белемде үҫтереү институты” менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы араһында килешеү төҙөлдө.

Килешеү уңышлы киләсәк вәғәҙә итәКилешеү уңышлы киләсәк вәғәҙә итә
Килешеү уңышлы киләсәк вәғәҙә итә

IX “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалының эшлекле программаһы сиктәрендә  Өфөләге “Торатау” конгресс-холында  һөнәри белем биреү тарихында мөһим ваҡиға булып үтте – “Һөнәри белемде үҫтереү институты” федераль өҫтәмә белем биреү бюджет учреждениеһы менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы араһында килешеү төҙөлдө.

Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән Һөнәри белемде үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡарыусы Максим Дмитриев ҡатнашты.

“Беҙ федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Һөнәри белемде үҫтереү институты тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелеүенә шатбыҙ”, – тине Айбулат Хажин. – Беҙ ошо институт менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ул беҙҙең урта һөнәри белем учреждениелараның яҡын партнерына әүерелде һәм бөгөн дуҫлыҡты юридик яҡтан нығытып ҡуйҙыҡ”.

Фото: bashinform.ru.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас