Белем һәм тәрбиә
26 Август 2021, 10:10

Радий Хәбиров эшлекле тәҡдим индерҙе

Өфөнө WorldSkills Russia финалын үткәреү өсөн йыл да даими майҙансыҡ сифатында файҙаланайыҡ, тигән тәҡдим булды.

Радий Хәбиров эшлекле тәҡдим индерҙеРадий Хәбиров эшлекле тәҡдим индерҙе
Радий Хәбиров эшлекле тәҡдим индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалының эшлекле программаһы сиктәрендәге пленар ултырышта Өфөнө WorldSkills Russia финалын үткәреү өсөн йыл да даими майҙансыҡ сифатында файҙаланырға тигән тәҡдимен индерҙе.

Ысынлап та, Башҡортостан Рәсәй кимәлендәге мөһим ваҡиғалар солғанышына тулыһынса күмелде. Эксперттар фекеренсә, был чемпионат республикабыҙҙың һәр йәһәттән дә үҫеше өсөн көслө этәргес буласаҡ.

Милли беренселектә юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәрселек белем биреү учреждениеларының студенттары (16–25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша.

Мәртәбәле бәйгелә ҡыҙ һәм егеттәр 105 профессиональ компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынаша. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлештәре.

Милли беренселектең финалы 29 августа, йәкшәмбе көндө, “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла, үҙ сиратында, иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк.

 

Фото: Башинформ.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас