Белем һәм тәрбиә
26 Август 2021, 18:00

Тәүге тәьҫораттар ыңғай

IX "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты  финалында ҡатнашыусылар ярыштарҙың тәүге көнө тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Тәүге тәьҫораттар ыңғайТәүге тәьҫораттар ыңғай
Тәүге тәьҫораттар ыңғай

IX “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалында ҡатнашыусылар ярыштарҙың тәүге көнө тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Тәүге көндәрҙән үк егеттәр һәм ҡыҙҙар ваҡиғаның уртаһында ҡайнай, шуға ла сағыу тәьҫораттар, яңы таныштар күп, еңеүгә ынтылыш ҙур.

Александра Бутакова – Архангельск өлкәһенән, “Медицина һәм социаль тәрбиә” компетенцияһында ярыша. ”Легендаға ярашлы, сирлелә эпилепсия өйәнәге башланған, уға ашығыс ярҙам “күрһәттек”, – ти ул. – “Тәүге ҡоймаҡ” булһа ла, уңышлы эшләй алдыҡ. Иртәгә һәм иртәнән һуңға нимә булырын көтәбеҙ”.

Полина Воронина Ҡырымдан килгән, ул – “Ҡунаҡханалаларҙы администрациялау” компетенцияһында ошо төбәктән берҙән-бер ҡатнашыусы. Уға илдең һигеҙ төбәге вәкилдәре көнөркәшлек итә. “Бөгөн ике модуль бирелде – телдән һәм яҙма, уларға ярашлы, ҡунаҡтар менән рус һәм инглиз телдәрендә аралашырға кәрәк ине”, – ти Ҡырым вәкиле.

Липецк өлкәһенән Михаил Фарафонов “Йөктәрҙе экспедициялау” компетенцияһында ҡатнаша. “Бөгөн интерактив былды, клиенттың “ялыуы” тикшерелде, уны нисектер тынысландырырға һәм уртаҡ ҡарарға килергә кәрәк ине, уны уңышлы атҡарҙыҡ тип уйлайым”, – ти ул.

Фото: bashinform.ru.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас