Белем һәм тәрбиә
26 Август 2021, 10:45

Тru-a-skill зонаһы мәктәп уҡыусылары өсөн файҙалы

Фейсбук селтәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров милли беренселеккә бәйле түбәндәгеләрҙе яҙған.

Тru-a-skill зонаһы мәктәп уҡыусылары өсөн файҙалыТru-a-skill зонаһы мәктәп уҡыусылары өсөн файҙалы
Тru-a-skill зонаһы мәктәп уҡыусылары өсөн файҙалы

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы тәүге көндәрҙән ҡыҙыуланды. Фейсбук селтәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сараға бәйле түбәндәгеләрҙе яҙған.

"WorldSkills үткән төп майҙанда махсус йүнәлеш зоналары булдырылған, – тигән Андрей Геннадьевич. – Унда теләгән һәр кем үҙен эшсе һәм техник һөнәр эйәһе итеп күрә ала. Мәҫәлән, IT-технологияһы, энергетика, медицина, экология һәм башҡа өлкәләрҙә мөмкинлеген самалап ҡарай. Икенсе төрлө әйткәндә, яңы һөнәр үҙләштерә".

Андрей Назаров билдәләүенсә, бында бөтәһе лә юғары кимәлдә ойошторолған. Ул бөгөн экскаватор ише техникаға ултырған. Әлбиттә, әлегеһе ул йәш саҡтағы кеүек түгел. Заман техникаһында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар.

"Бигерәк тә tru-a-skill зонаһы мәктәп уҡыусылары өсөн файҙалы, сөнки улар әлегә һөнәр һайлауҙа ниндәйҙер ҡарарға килмәгән", – тигән яҙмаһында Андрей Геннадьевич.

Милли беренселектең финалы 29 август, йәкшәмбе, “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла, үҙ сиратында иң-иңдәр асыҡланасаҡ.

Фото: Андрей Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһе.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас