Белем һәм тәрбиә
26 Август 2021, 08:30

Йәш һөнәрмәндәр араһына алма төшөрлөк тә түгел

Юғары кимәлдәге милли чемпионаттың финалы көндән-көн ҡыҙа бара.

Йәш һөнәрмәндәр араһына алма төшөрлөк тә түгелЙәш һөнәрмәндәр араһына алма төшөрлөк тә түгел
Йәш һөнәрмәндәр араһына алма төшөрлөк тә түгел

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы көндән-көн ҡыҙа бара. Ошо көндәрҙә “Йәш һөнәрмәндәр” паркы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Юғары уҡыу йорттарының һәм һөнәрселек белем усаҡтарының студенттары һәм мәктәп уҡыусылары төрлө компетенциялар буйынса бәйгелә көс һынаша. “Иркен майҙандағы ҡорамалдарҙы кире алып китерҙәрме?” Әлбиттә, юҡ, барыһы ла Өфөлә тороп ҡала. Милли чемпионаттан һуң биш мең тирәһе станок белем усаҡтарының оҫтаханаларына тапшырылырын, бәлки, ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә.

Милли беренселектә юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәрселек белем биреү учреждениеларының студенттары (16–25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша. Мәртәбәле бәйгелә ҡыҙ һәм егеттәр 105 профессиональ компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынаша. Компетенциялар ете блокка бүленгән.

Милли беренселек финалының баш ҡалабыҙҙа ойошторолоуы һәр йәһәттән дә отошло, ти белгестәр. Төрлө заводтарға йәш кадрҙарҙы эшкә йәлеп итеү һәм төрлө өлкәлә уларҙың компетенцияһын күтәреү мөмкинлеге асыла, улай ғына ла түгел, Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә был сараның йоғонтоһо ныҡ көслө буласаҡ. Бынан һуң йәш кадрҙар мәсьәләһе тәңгәлендә ыңғай күренеште киләһе йылдарҙа тоясағыбыҙға ышандыра ғалимдар. Эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу артасаҡ. Йәшерен-батырын түгел, күптәр ата-әсәһенең йәки өлкәндәрҙең өгөтөнә бирелеп, тота килеп берәй юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Аҙаҡтан инде дипломы буйынса эшләмәй. Уның ҡарауы, йәштән үк бүтән белем усағында күңеле һөйгән һөнәрҙе һайлағандар йөҙләтә бәхетле.

Милли беренселектең финалы 29 августа, йәкшәмбе көн, “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла, үҙ сиратында, иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм билдәләнәсәк.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас