

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы дауам итә. Унда “Геном инженерияһы” исемле компетенцияла Мәскәү, Новосибирск, Томск һәм Воронеж өлкәләренән ҡыҙ һәм егеттәр көс һынаша.
Томск ҡалаһынан килгән төп эксперт Анна Герасимчук белдереүенсә, амплификатор, гельдокумент системаһы, авклав, центрифуга кеүек заманса приборҙарҙа һәм аппараттарҙа өйрәнергә генә түгел, фәнни эштәр менән дә шөғөлләнергә мөмкин.
Һүҙ ҙә юҡ, иң ҙур делегация Мәскәү ҡалаһынан: исемлектә 411 кеше, 193-һе 146 компетенция буйынса ярыша.
Быйыл ойоштороусылар түбәндәге яңылыҡты индергән: V – XI класс уҡыусылары өсөн профориентация майҙансығы асылған.
Шул иғтибарға лайыҡ, йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге финалы – илебеҙҙә студенттар һәм мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған иң күләмле ярыш. Сара йыл һайын “Мәғариф” милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
Фото: Башинформ.