

Өфө ҡалаһында IX “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалы дауам итә.
Ысынында, ошо көндәрҙә Өфө Рәсәй кимәлендәге мөһим ваҡиғалар солғанышына күмелде. Белгестәр фекеренсә, был чемпионат республикабыҙҙың һәр йәһәттән дә үҫеше өсөн көслө этәргес буласаҡ. Милли беренселектә юғары уҡыу йорттары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары (16 – 25 йәшлек үҫмерҙәр), шулай уҡ мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша.
Мәртәбәле бәйгелә йәштәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынаша. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлештәре.
Был ярыштарҙа илебеҙҙең 40-ҡа яҡын төбәгенән 1100-ҙән ашыу ирекмән эшләй.
"Өфөлә Ворлдскиллс чемпионаты финалының ойошторолоуы, сараға ирекмәндәрҙе йыйыуҙары тураһында интернеттан белдем, – ти Өфө ҡалаһындағы Башҡорт иретеп йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжы студенты Илья Тавокин. – Оҙаҡ уйлап тормай, илебеҙ кимәлендәге сарала ҡатнашырға теләк белдерҙем. Ҡыуанысым сикһеҙ - мине алдылар. Бурысым – ошо чемпионат финалында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Әйтәйек, әле кирбес һалыу компетенцияһында кирбес ташыным, бүтән эштәрҙе башҡарҙым".
Илья Тавокин әйтеүенсә, һөнәрле кеше бер ҡасан да аҡсаһыҙ булмай, хеҙмәтенән кинәнес алып етеш йәшәй.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.