

1 – 3 сентябрҙә Белем көнөнә арналған II "Яңы белем" федераль мәғрифәт марафоны үтә. Ойоштороусыһы – Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте.
Марафонда танылған шәхестәр лектор һәм остаздар сифатында сығыш яһай. Араларында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең 150-нән ашыу атаҡлы ғалимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Донъя спорты һәм мәҙәниәте “йондоҙ”ҙары, тарихсылар, уйлап табыусылар, публицистар, уңышлы эшләгән эшҡыуарҙар ҙа ҡатнашасаҡ.
II "Яңы белем" федераль мәғрифәт марафоны спикерҙарының сығыштарын marathon.znanierussia.ru сайтында, “Белем” йәмғиәтенең “Бәйләнештә”ге vk.com/znanierussia төркөмөндә ҡарарға була.
Спикерҙар исемлеген әлегә сер итеп һаҡланған фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт “йондоҙ”ҙары ла тулыландырырға мөмкин.
"Беҙҙең белем марафонына Рәсәйҙә генә түгел, хатта бөтә донъяла ла тиң юҡ”, – ти “Белем”дең генераль директоры Максим Древаль. – “Яңы белем” – ул аң-белем даирәһен киңәйтеү өсөн иң яҡшы майҙансыҡ, илебеҙ уҡыусыларына, студенттарына һәм бөтә граждандарға Белем көнөнә ҡиммәтле бүләк”.
Сара Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Владивосток, Сочи ҡалаларындағы студияларҙан күрһәтелә.
"Яңы белем" бөтә Рәсәйҙе үҙ эсенә аласаҡ: театрҙарҙан, музейҙарҙан, спорт стадиондарынан, белем биреү үҙәктәренән, эре компанияларҙан сығыштар көтөлә. Ғалимдар, эшҡыуарҙар, артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәмғиәт тормошона ҡағылған төрлө көнүҙәк темаларға фекер алышасаҡ. Меңәрләгән лектор Рәсәй мәктәптәренә барып, асыҡ дәрестәрҙә сығыш яһай, үҙ сиратында, балалар һәм студенттар ҙа ҙур предприятиеларға Асыҡ ишектәр көнөнә юлланасаҡ.
Марафон барышында бөтә ил буйлап төрлө саралар үткәреү күҙаллана, шулай уҡ алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уҡыусыларҙы медицина тармағына йүнәлтеү буйынса саралар ҙа ҡаралған.