Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 12:55

Үҙ-ара бәйләнештәр нығый

Был көндәрҙә бер нисә документҡа ҡул ҡуйылды.

Үҙ-ара бәйләнештәр нығыйҮҙ-ара бәйләнештәр нығый
Үҙ-ара бәйләнештәр нығый

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы дауам итә.

Был көндәрҙә бер нисә документҡа ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, “Һөнәри белемде үҫтереү институты” өҫтәмә һөнәри мәғариф федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы Башҡортостан Фән һәм мәғариф министрлығы, Түбәнге Новгород өлкәһенең Фән һәм мәғариф министрлығы, Томск өлкәһенең профессиональ белем биреү департаменты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һөнәри белемде үҫтереү институты ректоры Максим Дмитриев һөйләүенсә, был өс юғары уҡыу йорто - урта һөнәр белем биреү тәңгәлендә лидер.

Бынан тыш, “Абилимпикс” үҙәге “Буяуҙар фабрикаһы” берекмәһе менән “ДискавеРуСкиллс” компанияһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Милли беренселектең финалы 29 августа “Ватан” паркында ябыла. Унда иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас