Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 17:20

Айбулатҡа "робот ене ҡағылған”

"Теләге булһа, юғары белем алыр, әлбиттә. Әле уның ҡыҙыҡһыныуҙары күп, шуларҙың береһе - роботтарға йән биреү".

Айбулатҡа "робот ене ҡағылған”Айбулатҡа "робот ене ҡағылған”
Айбулатҡа "робот ене ҡағылған”

Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли беренселеге финалы ваҡыт үткән һайын ҡыҙыҡлыраҡ була бара.

“(BIM) Мәғлүмәт моделе технологияһы” компетенцияһында Айбулат Шәфиғуллин ҡатнаша. Егет Татарстан Республикаһынан килгән, Яр Саллы ҡалаһындағы Поташов исемендәге Техник колледждың 4-се курсында белем ала. Уҡыу алдынғыһы киләсәктә яҙмышын мәғлүмәт технологияһы менән бәйләмәксе.

"Айбулат компьютер, ноутбук, айфон кеүек заман техникаһы менән “һин”гә һөйләшә, – тип шатланып һөйләй егетте ярышҡа алып килгән Рәфил Нуруллин. – Ул 9-сы класты тамамланы ла техник колледжға ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инде. Теләге булһа, юғары белем алыр, әлбиттә. Әле уның ҡыҙыҡһыныуҙары күп, шуларҙың береһе - роботтарға йән биреү".

Поташов исемендәге Техник колледж уҡытыусыһы Рәфил Нуруллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул эшләгән колледжда, ғөмүмән, Яр Саллы ҡалаһында, Татарстанда Айбулат кеүек башлы малайҙар бихисап. Кибернетика заманында йәшәгәндә, йәштәрҙең белемле булыуы, белемгә ынтылышы һөйөндөрә. Ә Айбулатҡа килгәндә, ысынлап та, уға "робот ене ҡағылған”.

Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе –  Йәш һөнәрмәндәрҙең IX милли беренселеге финалы Өфөлә 29 август тамамлана.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас