Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 16:50

Башҡортостан һылыуы Юлиәгә уңыштар теләйек!

Уның бирелгән эштәрҙе еренә еткереп башҡарыуына ҡарағанда, бәйгелә еңеренә өмөт ҙур.

Башҡортостан һылыуы Юлиәгә уңыштар теләйек!Башҡортостан һылыуы Юлиәгә уңыштар теләйек!
Башҡортостан һылыуы Юлиәгә уңыштар теләйек!

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы сараға айырым балҡыш өҫтәй. Улар “Мода технологияһы” компетенцияһында күпләп көс һынаша.

Араларында Башҡортостандан Юлиә Девятерикованы күреү бигерәк тә ҡыуаныслы. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек. Уның бирелгән эштәрҙе еренә еткереп башҡарыуына ҡарағанда, бәйгелә еңеренә өмөт ҙур. Әйтеүҙәренсә, Юлиә - күптәр өсөн матурлыҡ һәм сибәрлек өлгөһө.

Милли беренселектә юғары уҡыу йорттары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары (16 – 25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша. Мәртәбәле бәйгелә йәштәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынаша. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлештәре.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас