Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 06:37

Белем алыу өсөн уңайлы шарттар булһын

Бында учалылар ҙур тырышлыҡ күрһәтә.

Яңы уҡыу йылы башланыуға күп тә ҡалманы. Балалар, августың ҡояшлы көндәрен файҙаланып, рәхәтләнеп ял итә. Ә бына белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн әле бик ҡыҙыу осор. Балалар 1сентябрҙә таҙа, төҙөк, күркәм биналарға килһен өсөн бар көсөн һала улар.

 

Заман талаптары

 

Учалы районы педагогтары ла ең һыҙғанып яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Һәр мәктәптә косметик ремонт уҙғарылды – стеналар, түшәмдәр буяла, ағартылды, мәктәп ихатаһы төҙөкләндерелде, йыһаз ипкә килтерелде.

Бынан тыш, йыл һайын һәр уҡыу йортоноң үҙ ихтыяждары барлыҡҡа килә, сөнки ҡайһы бер биналар күптән төҙөлгән, шуға ла заман талаптарына ярашлы хәлгә килтереү өсөн уларға йыл һайын ремонт талап ителә. Мәҫәлән, әлеге көндә Рудниктағы 2-се урта мәктәптең тыш яғы яңыртыла. 1957 йылда нигеҙ һалынған бина ныҡ ҡаҡшаған. Шулай уҡ бында спорт залының түбәһе алмаштырыла. Эштәрҙе “Минкәев” шәхси предприятиеһы башҡара, аҡса урындағы бюджеттан бүленгән.

Рысай урта белем биреү мәктәбе лә уҡыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Бында түбәне, тәҙрәләрҙе тулыһынса алмаштырыу “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы башҡарылған. Дөйөм сумма – 1 миллион 900 мең һум республика бюджетынан бүленгән.

– 1995 йылда төҙөлгән мәктәп­тең иҫке тәҙрәләре замансаға – пластикка алмаштырылды. Подрядсы – Өфө ҡалаһының “Хөс­нөтдинова” шәхси предприятиеһы был эште ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы башҡарып сыҡты. Бары­һына ла ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар исеменән сикһеҙ рәхмәт белдерге килә, – тип яңы­лыҡтар менән таныштырҙы мәктәп директоры Гүзәл Әхмәтйәнова.

Рысай ауылы мәктәбендә бөтәһе 110 уҡыусы белем ала, быйыл беренсе класҡа 15 баланың килеүе көтөлә, тип белдерҙе Гүзәл Баян ҡыҙы.

Ә Ахун мәктәбендә капиталь ремонт башланған. Ул районда ҙурҙарҙан һанала. Бында бөгөн 247 бала уҡый, уларға 32 уҡытыусы белем бирә. Мәктәпкә капиталь төҙөкләндереү күптән талап ителә ине.

– 1967 йылда төҙөлгән бина бик иҫкерҙе. Йыл һайын косметик ремонт уҙғарып торһаҡ та, иҙән серей, аш-һыу әҙерләй торған бүлмәнең ҡыйығынан ямғырлы көндәрҙә һыу тамсылай ине. Стеналар ҙа бер яҡҡа ауыша башланы. 2018 йылда капиталь ремонт уҙғарыу өсөн дәүләт экспертизаһы үтһәк тә, коронавирус пандемияһы арҡаһында, эштәр тотҡарланды, – тип бәйән итте мәктәп директоры Әлиә Ғәфүрова.

Республика бюджетынан бүлен­гән 32 миллион һум аҡсаға  би­наның ҡыйығы, стеналары, иҙән­дәре ремонтланасаҡ, һыу үткәр­гестәр, канализация, йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыласаҡ, заманса евро-тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыласаҡ тип күҙаллана.

– Ремонт декабрь урталарына тамамланырға тейеш. Аукцион шарттары буйынса подрядсы бурыстарын үҙ иңенә йөкмәгән “Өфө-Регион” йәмғиәте эштәрҙе ваҡы­тында һәм сифатлы итеп баш­ҡарыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ә ремонт барышында уҡыу процесы Бөйҙө мәктәбендә дауам итәсәк. Балалар һәм уҡытыусылар бөтә уңайлыҡ­тары булған, иң мөһиме – хә­үефһеҙлек тәьмин ителгән авто­бустарҙа йөрөтөләсәк, – тине Әлиә Барый ҡыҙы.

 

Ҡала мәктәптәре лә балаларҙы көтә

 

Ҡала мәктәптәрендә лә ремонт эштәре башҡарылды. Сабир Йы­һан­шин исемендәге 1-се башҡорт лицейында тәҙрәләрҙе заманса пластикка алмаштырғандар.

– Лицейҙың төп бинаһында – 148 тәҙрә, быға тиклем Тау-байыҡтырыу комбинаты, урындағы хакимиәт ярҙамы менән 23 тәҙрә яңыртылғайны. Быйыл ошо маҡ­сатта хакимиәт 1 миллион 200 мең һум аҡса бүлде. Дөйөм алғанда, лицейыбыҙ балаларҙы ҡабул итергә әҙер, һәр кабинетта косметик ремонт уҙғарылды, – ти лицей директоры Оксана Ниғмәтуллина.

Әйткәндәй, Учалы ҡалаһының бөтә мәктәптәрендә лә уҡытыу процесы ике сменала алып барыла. Был, әлбиттә, уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла, ата-әсәләргә лә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.

 

Яңы мәктәп төҙөлә

 

Ҡалала яңы мәктәп төҙөү – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Учалы­ларҙың хыялы тиҙҙән тормошҡа ашасаҡ – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проектына ярашлы, Учалыла 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә башланы. Яңы учреждение ҡала мәктәптәрендәге уҡытыу процесын бер сменаға күсерергә мөмкинлек бирәсәк.

Төҙөлөш майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Дүрт ҡатлы бинала спорт залы, иркен ашхана, тантаналар залы, кабинеттар, киң коридорҙар буласаҡ. Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары менән айырым блок ҡаралған. Бинаға ингән урында мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн пандус­тар хәстәрләнәсәк, ә эстә ике лифт буласаҡ.

Мәктәп биләмәһендә ете уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн хәүефһеҙ япмалы, шулай уҡ йүгереү өсөн универсаль майҙансыҡтар ҡаралған. Проектҡа ярашлы, тантаналы саралар һәм ял урындары ла булдырыласаҡ.

Төҙөлөш-монтаж эштәре 2022 йылда тамамланасаҡ тип күҙал­лана.

 

Нурзидә АБДРАХМАНОВА, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы:

– Дөйөм алғанда, райондың бөтә белем биреү учреждениеларында ла яңы уҡыу йылына әҙерлек әүҙем барҙы. Һәр мәк­тәптә косметик ремонт уҙға­рылды, ошо маҡсатта район хакимиәте тейешенсә аҡса бүлде. Янғын һағы, санэпидемстанция хеҙмәте, мәғариф бү­леге, район хакимиәте вәкил­дәренән торған комиссия учреждениеларҙың әҙерлеген тикшерҙе.

Беҙҙең төп бурыс – белем алыу өсөн балаларға уңайлы, хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу. 1 сентябргә тиклем ҡалған һанаулы ғына көндәрҙе фай­ҙаланып, мәғариф хеҙмәт­кәрҙәре комиссия асыҡлаған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр һәм тулы әҙерлек менән балаларҙы ҡаршы алыр, тип ышанабыҙ.

Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас