

IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы – Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе. Милли беренселектә юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студенттары (16–25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша.
Мәртәбәле бәйгелә ҡыҙҙар һәм егеттәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынаша. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлеше.
27 августа “Торатау” конгресс-холында тәүге еңеүселәр билдәләнде. "Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә кәңәшсе-тәрбиәсе (наставник)" номинацияһында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. 1-се урынға “НПП ОЗНА-инжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сыҡты, диплом “НПП ОЗНА-инжиниринг” йәмғиәте генераль директорының урынбаҫары Ришат Вәлитовҡа тапшырылды. 2-се һәм 3-сө урындарҙы “”Нефтекама яһалма күн етештереү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәте менән “Благовещен арматура заводы” йәмғиәте бүлеште.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.