Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 16:15

Материалдар ҙа сифатлы

Республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында – “Ландшафт дизайны” һәм “Флористика” тигән компетенциялар.

Материалдар ҙа сифатлыМатериалдар ҙа сифатлы
Материалдар ҙа сифатлы

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы экваторға яҡынлашты. Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

"Республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында – “Ландшафт дизайны” һәм “Флористика” тигән компетенциялар, – ти Азамат Носратуллин. – Ә Өфө урман-техник техникумы командаһы “Ауыр техниканы хеҙмәтләндереү” компетенцияһында ла ҡатнаша. Республикабыҙҙың урман ведомстволары, уға беркетелгән учреждениелар конкурс заданиеларын үтәүгә кәрәк булған төрлө материалдар менән тәьмин итте".

Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән эксперт Валерия Анпилогова әйтеүенсә, ярыш майҙансығы яҡшы итеп әҙерләнгән, сифатлы материалдар килтерелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас