

IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы дауам итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Иҡтисади үҫештә компетенция эволюцияһы” тип аталған пленар ултырышта сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа модератор ролендә “Россия-24” телеканалының алып барыусыһы Роман Плюсов булды.
Андрей Назаров әйтеүенсә, бөгөн донъя дүртенсе сәнәғәт революцияһында йәшәй.
– Беҙ һәр сәнәғәт революцияһында иң мөһиме технологиялар үҙгәреше тип иҫәпләгәндә, ошо дисбаланс яйлап ҡына күтәрелә барҙы һәм катастрофик күләмдә артты, – тине Андрей Геннадьевич. – WorldSkills донъя эксперттарының тикшеренеүе буйынса, ошо дисбаланс яҡын киләсәктә 1 миллиард 400 мең кешегә етәсәк. Һәм ошо хәтлем кеше ваҡытын белем эстәүгә сарыф иткән, әммә улар баҙарҙа кәрәкмәй булып сыҡты. Вакансиялар күп булһа ла, эшһеҙлек сәскә ата.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостандың был өлкәлә үҙенең шәхси ҡыҙыҡһыныуы бар. Айырым алғанда, колледждарҙы техник яҡтан йыһазландырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Тиҙҙән белем усаҡтарына йөҙәрлгән оҫтахана килтереләсәк.
IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы 29 августа тамамлана.
Фото: Башинформ.