Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 10:00

Сағыу тамашалар көтөлә

Программаға интерактив, танып белеү, мәҙәни һәм күңел асыу кеүек саралар ҙа индерелгән.

Сағыу тамашалар көтөләСағыу тамашалар көтөлә
Сағыу тамашалар көтөлә

IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы дауам итә. Ундағы төрлө ярыштарҙан тыш, программаға интерактив, танып белеү, мәҙәни һәм күңел асыу кеүек саралар ҙа индерелгән.

Әлбиттә, иң күләмле һәм сағыуы милли беренсекте ябыу буласаҡ, ул 29 авгусҡа планлаштырылған. Унда 150 компетенцияла көс һынашып, еңгәндәр бүләкләнәсәк. Милли чемпионат финалын ябыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Роберт Уразовтың, Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовтың ҡатнашыуы көтөлә.

Чемпионат барышында эшлекле программалар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, 27 августа онлайн форматта мәғлүмәт хәүефһеҙлеге тураһында милли кадрҙар әҙерләү системаһының үҫеше тураһында тыңлау мөмкинлеге бар.

Фото: Башинформ.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас