

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы – Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе. Төп майҙансығы “Йәш һөнәрмәндәр” паркында (Өфө ҡалаһы, Рубеж урамы, 178 адресы буйынса урынлашҡан) ойошторолған.
Һабантуйҙан кәм күренмәгән ошо урында беҙ ҙә булдыҡ.
“Плитә йәбештереү” компетенцияһында бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа. Таш ярышында тик егеттәр генә үҙ-ара көс һынаша. Мәҫәлән, Геловани исемендәге Севастополь сәнәғәт-технологик колледжының 4-се курс студенты Михаил Соловьев башкөллө таш эшенә күмелгән, берәүгә лә иғтибар итмәй. Беҙгә иһә эксперт Елена Корякова менән һөйләшеү бәхете тәтене.
"Михаил быға хәтлем дә төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, улай ғына ла түгел, тәүге урындарҙы яуланы, – тине Елена Корякова. – Мәктәптә тырышып белем алған малай 9-сы класты тамамлағас, беҙҙең колледжға уҡырға инде. Шуға ҡыуанам, ул уҡыу йортонда – лидер".
Әңгәмәсем билдәләүенсә, Михаилдың үҙ эшенең оҫтаһы булыуы – барыһы өсөн дә ғорурлыҡ. “Ҡулы алтын, белмәгән эше юҡ” тип маҡтап ҡына торалар егетте. Ғөмүмән, йәштәргә һөнәр һайлағанда баҫым яһарға кәрәкмәй, ә йүнәлеш биреү зарур.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.