Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 06:48

Тегенсе булһа ла, мәктәп тормошо арбай

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Баймаҡ районының Күсей ауылында донъяға килгән Гөлйемеш Әйүпова бала саҡтан ҡурсаҡтарына төрлө кейем тегеп, апайҙарының матур күлдәктәренә һоҡланып, ҙурайғас, улар кеүек һәр саҡ бөхтә, матур кейенеп йөрөргә теләй. Мәктәпте тамамлағас, тап ошо хыялы уны Баймаҡ ҡалаһының тегенселәр әҙерләгән һөнәрселек училищеһына алып килә.

 Ҡулына диплом алған Гөл­йе­меш­тең тәүге заказ биреүселәре лә ауылдаштары була. Ул ваҡытта һәр ауылда тиерлек район көнкүреш йорто филиалдары эшләй, магазин кәштәләрендә бөгөнгө кеүек йәнең теләгән әйбер булмай, шуға күрә тегенсе һөнәре ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Тыуған ауылында бер аҙ эшләгәндән һуң, ул күрше Басай ауылы егете Тәлғәт Әйүпов менән ғаилә ҡора. Бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары донъяға килә.

Ауылда урта мәктәп асылғас, ҡыҙҙарҙы ҡул эштәренә, бәйләү, тегеү серҙәренә өйрәтер өсөн Гөлйемеште уҡытырға саҡыралар. Тәүҙәрәк бер аҙ баҙнат итмәй генә дәрес бирә, белгәндәрен ҡыҙҙарға өйрәтә, аҙаҡ мәктәп тормошо, белем биреү уға оҡшай башлай, уҡытыусылыҡҡа бармағанына үкенә. Тәүәккәлләп, Сибай институтына уҡырға керә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Бөгөн бар яҡлап тырыш, үҙ маҡсатына ынтылыусан Гөлйемеш Әйүпова – Басай төп белем биреү мәктәбенең филиал етәксеһе.

– Башта минең мәктәптә эшлә­үемә күптәр аптырап ҡараны, хәҙер үҙемде уҡытыусы һөнәренән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Балаларҙы яратам, улар менән эшләү шул тиклем оҡшай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен һәр саҡ ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам, уҡыусыларым менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, ғилми эштәр яҙабыҙ, конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ, олимпиадаларҙа ла һынатмайбыҙ. Яҙыусыларҙың ижадына, тормошона арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәләре, шиғриәт минуттары, осрашыуҙар үткәрәбеҙ, төрлө әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп, уҡыусылар алдында сығыш яһай­быҙ. Уҡытыусы һөнәрен һайла­­уым менән бәхетлемен, – тип йылмая ул.

Һәр балала буласаҡ шәхесте күрә белеү – Гөлйемеш Әҙеһәм ҡыҙының төп девизы. Уҡытыу­сының уңыштары ла юҡ түгел: уҡыусылары район күләмендә башҡорт теленән үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа һәм ижад бәйгеләрендә һөҙөмтәле ҡатнашып ҡыуандыра.

 Баймаҡ районы.

Ата-әсәләр өсөн

Балағыҙҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә теләһәгеҙ, түбәндәге бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ:

1. Сабыйҙың һәр һорауын етди ҡабул итегеҙ һәм түҙемле, аныҡ яуап ҡайтарығыҙ.

2. Өйөгөҙҙә кескәйегеҙгә яҙыу, һүрәт төшөрөү өсөн айырым мөйөш билдәләгеҙ. Үҙенең эштә­рен баһалатырлыҡ урын табығыҙ, тәрбиәсегә йәки уҡытыусыға күрһәтергә мөмкин.

3. Балағыҙ яҙыу менән бул­ғанда уны ҡабаландырмағыҙ, ҡамасауламағыҙ, өҫтәлендәге бола өсөн әрләмәгеҙ, бары эштән һуң йыйыштырып ҡуйырға кәрәклеген аңлатығыҙ.

4. Кескәйегеҙҙең тәүге ба­һалаусыһы – һеҙ. Шуға ла эшенең һөҙөмтәһен яҡшыртырға, уға хыялдар, пландар ҡорорға ярҙам итегеҙ. Маҡтап, арҡаһынан һөйөп алырға ла онотмағыҙ.5. Сабыйығыҙҙы бер ҡасан да дуҫтары, тиңдәштәре менән сағыштырмағыҙ.

Кәримә УСМАНОВА әҙерләне.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас