Белем һәм тәрбиә
27 Август 2021, 07:13

Уҡытыусы ябай һөнәр түгел

Динә Абдуллинаның шәхси архивынан.Динә Абдуллинаның шәхси архивынан.
Фото:Динә Абдуллинаның шәхси архивынан.

Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Динә Абдуллина бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ.

Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ IX класты тамамлағас, документтарын һис икеләнеүһеҙ Салауат ҡалаһының музыка училищеһына тапшыра.

Бәләкәйҙән мәктәптә үткән һәр сарала йырлап, төрлө спектакл­дәрҙә ҡатнашып йөрөгән Динәгә уҡыу ауыр бирелмәй. Студент йылдарында үҙен һәләтле, оҫта ойоштороусы итеп тә таныта. Уҡыу йортонда төрлө мәҙәни саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Кәрәк булһа, сценарийҙы ла үҙе яҙа.

Тырыш һәм зирәк ҡыҙ, музыка училищеһын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алғас, тыуған яғына эшкә ҡайта. Яңы ғына асылған Красноусол башҡорт гимназия-интернатына эшкә килә һәм әлегә тиклем шунда эшләй. Хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу теркәлгән. Әйткәндәй, быйыл белем усағы үҙенең сирек быуат йыллыҡ юбилейын билдәләй, ә Динә Абдуллинаның эшләй башлауына ла 24 йыл тула.

Уҡытыусы балаларҙа йыр-моңға һөйөү уятып ҡына ҡалмай, уларҙың һәләттәрен дә аса, иң талантлыларын артабан үҫтереү маҡса­тын­да төрлө конкурстарға алып йөрөй, йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулай. Шулай уҡ Динә Ғилман ҡыҙы фольклор, вокал һәм театр түңәрәктәре алып бара, мәктәптәге күп сараларға сценарий яҙа, уҡыусылары менән концерттар ҡуя. Рухлы, талантлы һәм йыр-моңдо яратҡан уҡытыусы өлгәшелгәндәре менән генә ҡәнәғәтләнеп өйрәнмәгән, алдына оло маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ваҡытын да, һәләтен дә йәлләмәй.

– Эшемде яратам, балалар ме­нән эшләү бик оҡшай, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Гимназия­быҙҙы хаҡлы рәүештә милли-мәҙәни үҙәк тип әйтергә була, сөнки балаларҙы милли ерлектән айырмай сәнғәтебеҙгә ылыҡтырыу буйынса йылдар дауамында эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ, яҡшы һөҙөмтәләребеҙ ҙә юҡ түгел. Йыл һайын район, республика буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулайбыҙ. Мәҫәлән, 10 йыл рәттән “Башҡорт­остан ынйылары” республика конкурсында уҡыусыларым һәр саҡ дипломант, лауреат һәм еңеүселәр исемлеген тулыландыра. Республика буйынса уҙғарылған “Яҙғы тамсылар” вокаль конкурсында “Наҙ” вокаль ансамбле беренсе урынды яуланы, шулай уҡ төбәк-ара, халыҡ-ара конкурстарҙа ла һынатмайбыҙ.

Гимназияның йәнә бер матур йолаға әйләнгән традицияһы бар, йыл һайын Красноусолдың мәҙә­ниәт һарайында “Моң шишмәһе” тип аталған ҙур концерт үтә. Сәхнәгә 400-ҙән ашыу баланы сығарам, сценарийҙы ла, сығыш­тарҙы ла үҙем әҙерләйем. Халыҡ беҙҙе көтөп ала, көслө алҡыштар менән оҙата. Әлбиттә, түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың барыһы ла сәнғәт юлын һайламай, әммә улар сәхнәлә генә түгел, кеше алдында ла үҙен лайыҡлы тоторға, фекерен әйтә белергә өйрәнә. Иң мөһиме – үҙ халҡының мәҙәниәтен, тарихын белеп, уға ҡарата күңелдәрендә һөйөү, ғорурлыҡ хисе йөрөтә.

Һәләтһеҙ бала булмай. Әммә ҡайһы бер ата-әсәләр талантлы балалары булып та, уны үҫтереү хәстәрен күрмәй. Һәләттәре самалы булып та, төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәткән балаларҙың ата-әсәһенә һоҡланып та ҡуям. Күп осраҡта тырышлыҡ үҙенекен бирә, тап улар конкурстарҙа еңеү яулай, – тип уй-фекерҙәре менән дә уртаҡлашты уҡытыусы.

Динә Абдуллина гимназияға килгән һәр бала менән айырым эшләй, тиһәк тә хата булмаҫ. Беренсе кластан алып сығарылыш уҡыусыларына тиклем ҡайһы берҙәре менән шәхсән шөғөлләнә, уларҙы “Тамыр” йыр-моң каналы ойошторған конкурстарға алып йөрөй, интернетта үткән онлайн-бәйгеләрҙә, район, ҡала, төбәк-ара йыр-моң конкурстарында – барыһында ла ҡатнашырға өлгөрәләр. Уҡыу йорто директоры Гөлсөм Монасипова ла коллегаһы хаҡында яҡшы фекерҙә. “Рухлы, заманса ҡарашлы, мәҙәни һәм талантлы уҡытыусы. Балалар Динә апайҙарын бик ярата. Гимназия өсөн Динә Ғилман ҡыҙы – үҙе бер аҫылташ ул. Мәҙәни саралар ваҡытында ул тағы ла нығыраҡ сағыуланып, янып китә, үҙ янына кескәй “аҫылташтарҙы” туплап, илаһи сағыу йондоҙҙар балҡышын хасил итә”, – ти.

Ысынлап та, уның һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Гүйә, сәхнә өсөн яратылған мөләйем был ханым бар яҡлап та талантлы. Әйткәндәй, уның тормош иптәше ошо уҡ гимназияла эшләй. Сәнғәтте яратҡан ғаиләлә ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Өлкәне Өфө медицина колледжында белем ала, бәләкәй ҡыҙҙары IX класҡа бара.

Ғүмерен генә түгел, тотош булмышын тыңлап туйғыһыҙ йыр итеп йәшәгән Динә Абдуллина әле ҙур түҙемһеҙлек менән Белем байрамын көтә. Байрам тантанаһын үткәреү өсөн сценарий яҙып, уҡыусыларына ниндәй йырҙар башҡарырға кәрәклеген белдереп, социаль селтәрҙә әүҙем эш алып бара, онлайн-репетициялар үткәрә. Бына шундай тынғыһыҙ уҡытыусы, үҙ эшенең оҫтаһы һәм йыр-моңдо яратҡан гүзәл ханым бар Ғафури тарафтарында.

Динә Ғилман ҡыҙына киләсәктә лә уңыштар йылмайһын, ижади эҙләнеүҙәр юлында үҙенсәлекле, аһәңле, күңелле һәм дәртле йыр-моң юлдаш булһын, иң мөһиме – яратҡан уҡыусылары ла уны һөйөндөрөп, йырҙары сылтыр шишмәләй һәр саҡ ағылып торһон!

 

Ғафури районы.

Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас