Белем һәм тәрбиә
28 Август 2021, 12:30

Башҡортостан – фән һәм белем үҙәктәренең береһе

Өфөгә Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов килеп китте.

Башҡортостан – фән һәм белем үҙәктәренең береһеБашҡортостан – фән һәм белем үҙәктәренең береһе
Башҡортостан – фән һәм белем үҙәктәренең береһе

Өфөгә Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов килеп китте.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин менән улар киләсәктә Өфөнөң юғары уҡыу йорттары кампусына инәсәк объекттарҙы ҡараны. Тәүҙә улар Зәки Вәлиди урамындағы IQ-паркта булды. Уның башланғыс функционалын киңәйтеү, заманса белем биреү һәм фән үҙәгенә әйләндереү күҙ уңында тотола. Бынан тыш элекке Киров исемендәге завод биләмәһен ҡаранылар, Архиерей шәхси секторында булдылар, Ағиҙел ярын студенттар әүҙем файҙаланасаҡ инфрструктура итеү мөмкинлеге тикшерелде.

“Республиканы кампус буйынса алдынғы пилот төбәктәре исемлегенә инеүе менән ҡотлайым. Был – ҙур яуаплылыҡ, бергәләп тормошҡа ашырылырға тейешле проект. Башҡортостан – фән һәм белем биреү, бөтә округтың стратегик үҫеше үҙәктәрәнең береһе. Кампус булдырыу буйынса конкурсҡа 27 ғариза килгәйне, Өфөнән проект эксперттар һәм министрлыҡтарҙан иң күп балл йыйҙы. Башҡортостан етәкселегенә ентекле һайлап алыу эше һәм концепцияһы өсөн рәхмәт”, – тине Айрат Ғәтиәтов.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас