Белем һәм тәрбиә
28 Август 2021, 11:10

Иҫтәлеккә бүләккә – ҡамсы!

Ярышта ҡатнашыусылар ҙа, өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа үҙҙәре менән иҫтәлеккә төрлө сувенирҙар һатып ала. Әйтәйек, бында “Орел и решка” тапшырыуында ҡатнашҡан оҫта ҡуллы Рәлиф Ситдиҡов эшләй.

Иҫтәлеккә бүләккә – ҡамсы!Иҫтәлеккә бүләккә – ҡамсы!
Иҫтәлеккә бүләккә – ҡамсы!

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли беренселеге финалы ойошторолған майҙан ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Был урынға кемдәр генә килмәй!

“Йәш һөнәрмәндәр” паркында сувенир магазины янында олоһо ла, кесеһе лә күп. Ярышта ҡатнашыусылар ҙа, өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа үҙҙәре менән иҫтәлеккә төрлө сувенирҙар һатып ала. Әйтәйек, бында “Орел и решка” тапшырыуында ҡатнашҡан оҫта ҡуллы Рәлиф Ситдиҡов эшләй. Шулай уҡ Тимур Родригез сувенирҙар һата. Рәлиф Сидиҡовтың ғаилә оҫтаханаһы бар. Улар башҡорт түшелдеректәре, бүректәр, кейеҙҙән таҡыялар тегә. Шул уҡ ваҡытта тиренән браслеттар һәм төрлө биҙәүестәр етештерәләр.

– Башлыса беҙ этник йүнәлеште һайланыҡ, – ти Рәлиф Ситдиҡов. – Маҡсатыбыҙ – милли беренселектә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырыу. Иң мөһиме, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты еткереү. Ҡамсы – беҙҙең милли ҡоралыбыҙ. Әйткәндәй, ул Салауат Юлаевтың һәйкәлендә лә асыҡ күренә.

Шул иғтибарға лайыҡ, Өфө ҡалаһында “Орел и решка” телетапшырыуы төшөрөлгәндә Рәлиф Ситдиҡов алып барыусы Тимур Родригезға ҡамсы үреү йәһәтенән оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли беренселеге финалы иртәгә тамамлана.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас