

WorldSkills Russia “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатындағы “Һанлы программа менән идара ителеүсе станоктарҙа токарь һәм фрезлау” компетенцияһында ярышалар.
“Бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ, иң мөһиме – теләк. Мин заманса технологиялы яңы заводта эшләргә теләр инем, эксперимент яһарға яратам, бер төрлөлөк ялҡыта. Минең эшкә ижад хас, айырыуса фрезлауҙа, сөнки ғәжәйеп матур конструкциялар яһарға була”, – ти Һамар ҡалаһынан килгән Данила Поляков.
Даниланың тәүге заданиеһы алты деталгә заготовкалар эшләү булһа, икенсеһе – ракеталар өсөн алюминдан ҡатмарлы деталь.
“Өфөнең рэперҙар ҡалаһы икәнен беләм, әлбиттә, Егор Кридтың концертында ла булдым”, – тип йылмая Данила.
“Һанлы программа менән идара ителеүсе станоктарҙа токарь һәм фрезлау” компетенцияһындағы конкурс үҫмерҙәр араһында ла, өлкән йәштәгеләр араһында ла үткәрелде. Баш эксперт Павел Тимошев әйтеүенсә, барыһы ла юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләгән, һәр кем станокты үҙе көйләгән, тикшерү талаптары ла ҡәтғи: деталдәрҙә һәр микромиллиметр иҫәпкә алынған.
Фото: bashinform.ru.