

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли беренселеге финалына көндән-көн мәктәп уҡыусыларының күберәк килеүен хәбәр иттеләр. Ысынлап та, ҡыҙ һәм малайҙар һөнәр һайлау алдында торғанда Ворлдскиллс ише ярыштарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы колледждарына, юғары уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, хәҙерге ваҡытта конкурстың ҙур булыуы билдәле. Хәйер, был хаҡта милли беренселек финалы барғанда “ЭР-Телеком Холдинг” В2G” проекты етәксеһе Искәндәр Мәхмүдов та белдерҙе.
– Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшселәрҙе йәлеп итеүе еңел, уның ҡарауы, квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе табыуы күпкә ауыр, – тине эксперт Искәндәр Мәхмүдов. – Шуның өсөн дә уларҙың эш хаҡы ныҡ юғары.
Искәндәр Мәхмүдовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөләге ҡайһы бер һөнәрселек училищеларында, әйтәйек, радиоэлектроника буйынса белгес, конкурс ныҡ юғары, бер урынға 25 кеше тура килә. Шул уҡ ваҡытта шундай юғары уҡыу йорттары бар, уларҙа хатта бюджет урындарына ла абитуриенттар килмәй.
IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли беренселеге финалы 29 август тамамлана.
Фото: Башинформ.