

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли беренселеге финалында “Физик культура, спорт һәм фитнес” компетенцияһында ер еләге шикелле ҡыҙарып бешкән ҡыҙҙарҙың күплеге хайран итте. Бында беҙ Ирина менән Алина Гурчеваларҙы осраттыҡ.
– Төрлө уҡыусы балалар менән шөғөлләнәм, барыһы ла тырыш һәм аҡыллы, – тип һөйләй эксперт-компромат, физкультура уҡытыусыһы Ирина Гурчева. – Дәрестән тыш ҡыҙ һәм егеттәрҙе төрлө конкурстарға алып йөрөйөм. Бәйгеләрҙә ҡатнашып ҡына ҡалмайбыҙ, ә призлы урындарҙы ла яулайбыҙ. Уҡыусыларыңдың уңыштарын күреү бигерәк тә ҡыуаныслы. Ә инде төн йоҡоларыңды йоҡламай ҡарап үҫтергән балаңдың еңеүе икеләтә шатлыҡлы.
Педагог Ирина Гурчева милли беренселеккә ҡыҙы Алинаны алып килгән.
– Алина ҡыҙым 3 йәштән бейеүгә йөрөнө, хәҙер фитнестын айырыла алмай, – тип һөйләй Волгоград өлкәһе Жирновск ҡалаһынан килгән Ирина Гурчева. – Маҡтана тимәгеҙ, шул хәтлем отҡор ҡыҙ, сәмсел һәм ныҡышмал. Уның ҡыйыулығына ҡарағанда, мотлаҡ тәүге урындарҙың береһен аласаҡ.
Ирина Гурчева һөйләүенсә, 8 класта уҡыған ҡыҙы киләсәктә фитнес-клубта буйынса инструктор булырға теләй. Ғәзиз кешеһенең бәләкәйҙән һөнәр һайлай белеүенә әсәнең һөйөнөсө сикһеҙ.
– Алинаның хыялын хуплайым, ни тиһәң дә, ҡыҙҙар һәр саҡ нәзәкәтле, ниндәй генә йәштә лә сәбәр, өлкәнәйгәс тә төҫ ташламаҫҡа тейеш.
Шуға иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе – IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли беренселеге финалы 29 август тамамлана.
Фото: kemerovo.hipdir.com:.