Белем һәм тәрбиә
28 Август 2021, 07:00

Виктор ҙа, Айнур ҙа һынатмай

Мәскәүҙән һәм Татарстандан тыш Ростов өлкәһенән, Санкт-Петербург ҡалаһынан, әлбиттә, Башҡортостандан да үҫмерҙәр бар.

Виктор ҙа, Айнур ҙа һынатмайВиктор ҙа, Айнур ҙа һынатмай
Виктор ҙа, Айнур ҙа һынатмай

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли беренселеге финалында Мәскәүҙән Виктор Солодков менән Татарстандан Айнур Ғәлиев “Һыу технологиялары” компетенцияһында көс һынаша.

Был осраҡта һыу биреү станцияһын хеҙмәтләндерергә кәрәк. Мәҫәлән, һыуһаҡлағыстан һыу килә, ошо станцияла ул эшкәртелә, ҡыҫҡаһы, ул тулы технологик циклды үтә. Артабан торбалар аша һыу беҙгә, кешеләргә килә.

– Беҙ ярышта макетта күнекмәләр уҙғарабыҙ, – тип һөйләй егеттәр. – Уны һүтеү йәки киренән йыйыу, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, бер һүҙ менән әйткәндә, күп эштәр беҙҙең иңдә. Ғөмүмән, һыу фильтр аша ғына үтмәй, ә ул тотош фән донъяһы.

Был компетенцияла Мәскәүҙән һәм Татарстандан тыш Ростов өлкәһенән, Санкт-Петербург ҡалаһынан, әлбиттә, Башҡортостандан да үҫмерҙәр бар. Ярышта ҡатнышусыларҙың барыһы ла үҙҙәрендә һайлау турын үткән. Виктор Солодков – Рәсәй чемпионы, ә Айнур Ғәлиев Татарстан чемпионы исемен йөрөтә. Егеттәр Өфө халҡының алсаҡ һәм киң күңелле булыуы әйтте, шулай уҡ Өфөнөң күркәмлеген һәм таҙалығын маҡтап һөйләне.

Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе –  IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли беренселеге финалы бер көндән тамамлана.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас