Белем һәм тәрбиә
28 Август 2021, 04:30

Ян – Санкт-Петербургтан килгән

Әле йәштәргә төрлө яҡлап һөнәр һайлау мөмкинлеге ныҡ ҙур. 

Ян – Санкт-Петербургтан килгәнЯн – Санкт-Петербургтан килгән
Ян – Санкт-Петербургтан килгән

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) 2021 милли беренселеге финалында Рәсәйҙең 76 төбәгенән ҡыҙ һәм егеттәр көс һынаша. Мәҫәлән, “1С: Предприятие 8” платформаһында эшҡыуарлыҡ өсөн ИТ-ҡарарҙар” компетенцияһында Санкт-Петербург ҡалаһынан Ян Кондратовский ҡатнаша. Ян – Петровский колледжының 3 курс студенты.

– Нимә генә тимәһендәр, әле йәштәргә төрлө яҡлап һөнәр һайлау мөмкинлеге ныҡ ҙур, – тип һөйләй эксперт-компатриот, Петровский колледжы уҡытыусыһы Владимир Ганзюк. – Беҙҙең колледж, был тәңгәлдә илебеҙҙә алдынғылыҡты бирмәй. Егет һәм ҡыҙҙарҙың белемгә ынтылышн күреп, беҙ, педагогтар, ныҡ ҡыуанабыҙ.

Владимир Ганзюк билдәләүенсә, студенттарҙы төрлө сараларға, конкурстарға йөрөтөү һәр йәһәттән дә отошло. Уларҙа йыш ҡатнашҡан малай һәм ҡыҙҙарҙың донъяға ҡарашы үҙгәрә, фекерҙәштәре арта.

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли беренселеге финалы 29 августа тамамлана.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас