Белем һәм тәрбиә
29 Август 2021, 18:50

Барыһы ла йәш ғалимдар өсөн

Science Skills – ул ВордСкиллс университет линейкаһында горизонталь торған компетенциялар йыйылмаһы яланы.

Барыһы ла йәш ғалимдар өсөнБарыһы ла йәш ғалимдар өсөн
Барыһы ла йәш ғалимдар өсөн

Өфөлә бер нисә көн дауамында барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды. Әйткәндәй, Рәсәйҙә WorldSkills Russia стандарттары буйынса йәш ғалимдар өсөн бәйге барлыҡҡа килеүе ихтимал. Милли беренселек финалы сиктәрендә белем биреү һәм эшкә урынлаштырыу йүнәлешендә түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялары һәм исем туйҙары ойошторолдо. “Science Skills – юғары уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн компетенция тикшеренеүҙәре” темаһы шуға асыҡ миҫал.

– Science Skills – ул ВордСкиллс университет линейкаһында горизонталь торған компетенциялар йыйылмаһы яланы, – тине “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Глеб Федоров. – Бизнес мөрәжәғәт иткән осраҡта ул өҫтәмә корпоратив элемент булырға ла мөмкин.

Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университетының фәнни коммуникациялар буйынса бүлек начальнигы Георгий Шахгильдян әйтеүенсә, Science Skills сиктәрендә аныҡ дисциплинар өлкәһен күҙ уңында тоталар һәм унда тикшеренеү методын айырып ҡарайҙар. Бәйгелә төрлө кешеләр ҡатнашыуы ихтимал. Кесе ғилми хеҙмәткәрҙәр, университет студенттары һәм башҡалар.

–  Мин Science Skills яланында тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр менән шөғөлләнеүселәрҙе күрәм, – тине Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университетының фәнни коммуникациялар буйынса бүлек начальнигы Георгий Шахгильдян.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас