Белем һәм тәрбиә
29 Август 2021, 06:30

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты араһында мөһим документҡа ҡул ҡуйылды.

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылдыМөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли беренселеге финалында төрлө ойошмалар юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты араһында мөһим документҡа ҡул ҡуйылды.

– Белем усаҡтары туризм буйынса индустрияны үҫтереүгә тос өлөш индерә, урта махсус белем биреү учреждениелары ғына түгел, юғары уҡыу йорттары ла, – тип һөйләй Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова. – Йәш белгестәр практика үтәсәк, ҡунаҡхана, санитар-курорт комплекстарында, туристик компанияларҙа эшләйәсәк.

Йәшерен-батырын түгел, әле туризм индустрияһы тармағында кадрҙар етешмәй. Шуға күрә Башҡортостан етәкселеге 2035 йылға хәтлем туризм буйынса белгестәрҙе әҙерләүҙе 2,5 тапҡырға арттырырға уйлай.  

Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе –  IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы бөгөн тамамлана.

Фото: Башинформ.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас