

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы бөгөн кискеһен тамамлана – ул киске сәғәт 7-лә “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында була. Сараны теләгән һәр кем ҡарау мөмкинлегенә эйә. Уны шулай уҡ телеэфирҙа һәм "Ютуб"тан да ҡарарға мөмкин.
Чемпионатты ябыу тантанаһында иң сағыуы милли колорит булыр, ти ойоштороусылар. Ул милли беренселек асылған ваҡытта күрһәтелгән күркәм тамашаны дауам итәсәк. Башҡорт ере, ата-бабаларыбыҙ рухы һәм сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренә һеңдергән көс менән бәйләнеш төп тема булып торасаҡ. Еңеүселәрҙе ҡотлап, уларға бүләк тапшырылғандан һуң, байрам концерты көтөлә. Миҙалдар 150 компетенцияла көс һынашып, алдынғылыҡты яулағандарға тапшырыла.
Иң-иңдәрҙе бүләкләү тантанаһында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовтың, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Роберт Уразовтың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы көтөлә.
Онлайн режимында “Дабро” музыкаль төркөмө сығыш яһасаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.