Белем һәм тәрбиә
29 Август 2021, 18:30

Ҡоролмалар колледждарҙа ҡала

Милли чемпионат финалы сиктәрендә  хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ҡоролмалар колледждарҙа ҡалаҠоролмалар колледждарҙа ҡала
Ҡоролмалар колледждарҙа ҡала

Өфөлә бер нисә көн дауамында барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы сиктәрендә Башҡортостан алдынғы Һөнәри әҙерлек үҙәге менән “ВидерКрафт РУС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында автомобилдәрҙе ремонтлау, хеҙмәтләндереү һәм буяу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

– Колледждарҙа тороп ҡалған ҡоролмалар, һүҙ ҙә юҡ, студенттарға белем биргәндә ныҡ ярҙам итәсәк, – тине “ВидерКрафт РУС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Кира Ғәләмова. – Ошо компания менән берлектә киләсәктә проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ, ул производствола уҡытҡанда оҫталарҙың квалификацияһын камиллаштырыуға йүнәлтеләсәк.

Әйткәндәй, төрлө дискуссияларҙа Рәсәй төбәктәренең 50 колледжы һәм техникумынан вәкилдәр ҡатнашты, шулай уҡ илебеҙҙең төбәк хөкүмәттәренән 20-нән ашыу делегация килде.

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы Өфө ҡалаһында 25–29 август көндәре үткәрелде.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас