Белем һәм тәрбиә
29 Август 2021, 17:35

Сергей Кравцов: "WorldSkill Russia – 2021 Милли финалын Башҡортостан бик юғары кимәлдә үткәрҙе"

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров һәм Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының (Ворлдскиллс Россия) генераль директоры Роберт Уразов тантананы ябыр алдынан журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Сергей Кравцов: "WorldSkill Russia – 2021 Милли финалын Башҡортостан бик юғары кимәлдә үткәрҙе"Сергей Кравцов: "WorldSkill Russia – 2021 Милли финалын Башҡортостан бик юғары кимәлдә үткәрҙе"
Сергей Кравцов: "WorldSkill Russia – 2021 Милли финалын Башҡортостан бик юғары кимәлдә үткәрҙе"

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров һәм Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының (Ворлдскиллс Россия) генераль директоры Роберт Уразов тантананы ябыр алдынан журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Мәҫәлән, Өфөлә үткән быйылғы чемпионат ниндәй булды, Башҡортостан был конкурсты даими нигеҙҙә ҡабул итергә әҙерме, тигән һорауға С. Кравцов: "Быйыл уникаль чемпионат үтте. Ә уникаллеге шунда: уның финалы 25 августа башланды. Тап ошо көндә Рәсәй Дәүләт советы президиумының дөйөм белем биреү буйынса ултырышы үтте, УМПО нигеҙендә етештереү-уҡытыу үҙәге асылды. Былар бөтәһе лә урта һөнәри белем биреүгә ҙур иғтибар бүленгәне тураһында һөйләй", - тине.

Артабан ул Башҡортостан Башлығы менән был чемпионатты йыл һайын Өфөлә барлыҡҡа килтерелгән инфраструктура нигеҙендә үткәреү мөмкинлеге буйынса фекер алышҡандары хаҡында әйтте. "Һорау ябай түгел, әммә быны хәл итергә мөмкин. Ворлдскиллс Рәсәй агентлығы ла уны хәл итеүгә ҡушылыр, тип өмөтләнәм", - тине С.Кравцов.

Рәсәйҙең мәғариф министры республика етәксеһенә һәм Ворлдскиллс Рәсәй командаһына чемпионатты лайыҡлы ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтте. "Бөгөн майҙансыҡтар буйлап үттем, ҡараным. Барыһы ла - бик юғары кимәлдә. Был республиканың да, ғөмүмән илдең дә үҫеше өсөн ныҡ мөһим".

Р.Хәбиров WorldSkills-2021 милли финалын ысын хеҙмәт, эшсе һөнәрҙәр байрамы тип атаны. "Был чемпионат урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә етди этәргес", - тине ул.

Р.Уразов: "Был йыл Президентыбыҙ әйткән һүҙҙәрҙең хаҡлығын тағы бер иҫбат итә: уҡытыуҙы тулыһынса дистанцияла белем алыу алмаштыра алмаясаҡ. WorldSkillsда остаздар үҙҙәренең уҡыусыларын үҫтерә. Шәхси бәйләнеште, тере аралашыуҙы уҡытыуҙа бер ни менән дә алыштырыу мөмкин түгел. Дистанция технологияларын ҡулланһаҡ та, улар өҫтәмә булараҡ ҡына файҙаланыла ала", - тине.

Мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас