

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы аҙағына яҡынлаша, бөгөн ул ябыла.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева белдереүенсә, экспорт өлкәһендә профессиональ компетенцияны үҫтереү зарур.
Әйткәндәй, милли беренселек финалы сиктәрендә Өфөлә Башҡортостанда экспорт йүнәлешен үҫтереүгә арналған ябыҡ уҡыу сессияһы үткәрелде. Унда студенттар сит ил баҙарындағы талаптар менән танышты, экспорт проектын төҙөргә өйрәнде, халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә үҙеңде нисек тотоу серҙәренә төшөндө.
– Юғары уҡыу йорто, колледж студенттарының күбеһе экспортты белмәй, – ти Өфөләге “Рәсәй экспорт үҙәге” вәкиллеге етәксеһе Ренат Манапов. – Бөгөн республикабыҙҙағы 11 мең ойошманың бары тик 900-ө генә экспорт менән шөғөлләнә.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа әле барған сараның, ошондай эш форматының экспортҡа йоғонтоһо ныҡ ҙур.
Фото Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.